+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
11 Май 2022, 17:40

Усым

 

Хәтерләтә Оло Башҡортостан

Рәсәй картаһында ҙур усты.

Урал тауы, ғүмер һыҙатындай,

Һөйләй кеүек оҙон тарихты.  

 

Ошо усым башҡа халыҡтарға

Заманында ихлас ҡул ҡыҫты.

Башҡорт, татар, урыҫ араһында

Һаҡлай бөгөн тоғро дуҫлыҡты.  

 

Ауыр мәлдә тәрән яра алып

Ҡанаһа ла, түҙгән шул усым.

Илдең йөрәгенә һис ҡасан да

Үткәрмәгән дошман ҡылысын.  

 

Башҡортостан! Ошо усым тотҡан

Хеҙмәт ҡоралынан ҡот ҡуна.

Шул усыма серле ҡурай ятҡан,

Тынмаҫ ҡурайынан моң тама.  

 

Ул бәүелткән, етәкләгән мине,

Асҡан миңә тормош һуҡмағын.

Сит яҡтарҙан гел һағынып ҡайтам

Ошо устың йылы ҡосағын.  

 

Тыуған Ватанымдың ҡул усына

Тап төшөрмәү – изге бурысым.

Көн дә миңә оло ырыҫ бирә

Башҡортостан тигән мул усым!

Мөнир ИҠСАНОВ.

Фото: velesovik.ru    

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: