+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
15 Май 2022, 12:20

Ғаиләм — ҡәлғәм!

 

Был тормоштоң ялҡынынан,

Буранынан, һалҡынынан,

Ҡоролоғо, ташҡынынан,

Бысрағынан, юшҡынынан,

Һаҡлай мине бөйөк ҡәлғәм –

Ғәзиздәрҙән ғәзиз ғаиләм!
 

Бында мине һәр кем аңлай,

Эс серемде һәр кем тыңлай,

Көрәштәрҙән арып-талған

Хәнйәр-йәнгә ғаиләм — ҡындай,

Һаҡлай мине ғәзиз ҡәлғәм –

Яҡындарҙан яҡын ғаиләм!
   

Кәрәк булһа ярҙам-кәңәш,

Һәр ваҡытта ғаиләм йәнәш,

Шатлыҡтарым — уртаҡ шатлыҡ,

Булмаҫ бында көнсөл, һатлыҡ,

Яҡлай мине изге ҡәлғәм –

Ышаныслы, татыу ғаиләм!
   

Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,

Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,

Бында ярҙам, изге теләк,

Бында һөйөп тибә йөрәк,

Имен булһын ғәзиз ғаиләм –

Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм.

 

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

 

Фотола: Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан алты бала тәрбиәләүсе Әминә һәм Ильяс Туҡбаевтар.

Фото:userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: