+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
23 Май 2022, 11:25

Өфөм — баш ҡалам минең

 

Тирә-яҡҡа күҙ һалам да

Матурлыҡҡа таң ҡалам.

Тау башында балҡып тора

Өфөм - минең баш ҡалам.

 

Иҫтәлекле урындарға

Бай минең гүзәл ҡалам.

Тыуған ерҙең ҡәҙерен белеп 

Үҫһен ине һәр бала.

 

Эй, Өфөм, ғәзиз ҡалам,

Яратам һәм һоҡланам.

Өфөм, тиеп күкрәк ҡағам

Һәм сикһеҙ ғорурланам!

Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.

Фото: traveltimes.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: