+12 °С
Болотло
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар

Аҡсәскә

Әкиәт

Аҡсәскә
Аҡсәскә

Бәләкәй генә бер баҡсала матур-матур сәскәләр үҫкән. Күҙҙең яуын алып астра (йондоҙсәскә), ләлә, пиондар ҡояшҡа үрелеп-үрелеп, хуш еҫтәрен һирпә, ти. Улар янында шау-гөр килеп балалар уйнай, сәскәләрҙең матурлығына һоҡланып туймай икән. Ҡайһы берәүҙәре ситтән генә ҡарап сыҙамай, уларҙың һабаҡтарынан тотоп, япраҡтарынан һыйпап, ипләп кенә еҫкәгән була, ауыҙҙарын ослайтып, үбәләр ҙә, ти. Шулай итмәй түҙеп тә булмайҙыр, сәскәләр бигерәк һоҡланғыс шул!
Ҡойманың тыш яғында, күләгәлә генә Аҡсәскә ҡалҡып сыҡҡан. Ҡый үләндәре араһында үҫкәс, ул үҙенең сәскә икәнлеген дә белмәгән, ти. Етмәһә, уға бер кем дә йырлай-йырлай һыу ҙа ҡоймай. Хатта ҡояш та бит, ана, тырышып-тырышып ҡойманың теге яғына, матур сәскәләр үҫкән ергә генә, нурҙарын һибә. Ләкин Аҡсәскә бер ҙә күңелһеҙләнмәй икән, эргә-тирәһендәге ҡый үләндәренә көндәр буйы ҡойма ярыҡтарынан ғына ишетеп ҡал­ған йырҙарҙы йырлай, ҡыҙыҡтар һөйләй, ти. Шулай бер көн теге хуш еҫле матур сәскәләрҙең хужалары оҙайлы ялға киткән. Улар менән хушлашҡан саҡта:
– Ямғыр һыуы менән генә йәшәп торорһоғоҙ инде, беҙ көҙгә ҡайтып етербеҙ, – тигәндәр.
Ләкин ул йылда йәй ҡоро килгән. Ямғырҙар яумаған тиерлек. Ҡоторған кеүек, ҡояш та ҡыҙҙыра ла ҡыҙҙыра, ти. Бер айҙан матур сәскәләр һыуһыҙ ҡороп, кипкән дә ҡуйған. Исмаһам, яндарында бер үлән үҫһә икән. Ул үҙенең көслө тамырҙары менән сәскәләргә дым өләшер ине. Гөлдәр­ҙең шулай кибеп бөтөүен күреп, Аҡсәскә бик ҡайғырған.
– Их, был ҡоймалар булмаһа, мин һеҙгә дуҫтарым менән бергә ярҙам да итә алыр инем, – тип борсолған ул.
Тиҙҙән хужалар ҙа ҡайтҡан. Уларҙың бәләкәй балалары баҡсалағы сәскәләр янына йүгереп килгән дә илап ебәргән. Әсәй­ҙәре тегеләрҙе йыуатырға тырышып:
– Мин һеҙгә уларҙан да матурыраҡ сәскәләр йыйып алып киләм, – тигән. Шунан ҡойманың был яғына сығып, эй, йөрөгән, эй, йөрөгән, ти. Тик иҫ китерлек матур сәскә таба алмаған. Бәл­ки, ошо оҡшар, тип баяғы Аҡсәскәне өҙөп индергән. Ул балаларҙың күңеленә хуш килгәндә ул, әммә:
– Һулып бөтөр бит, – тип тағы ла иларға тотонғандар.
– Һауытҡа һыу ҡойоп, шунда ултыртһаҡ, һулымаҫ. Тик көн дә һыуҙы алмаштырып торорға онотмағыҙ, – тигән әсәйҙәре.
Аҡсәскәне гәлсәр вазаға ҡуйып, көҙгө алдына ултыртҡандар. Ул көҙгөнән үҙен күреп ҡалған да тәүҙә аптыраған. Шунан был тиклем дә матур булыуына ҡыуанған, башҡа гөлдәр һымаҡ күҙҙең яуын алырлыҡ нур бөркөүенә һоҡланған, хатта йырлап та ебәргән, ти. Ә балалар үҙен бик яратҡан, ауыҙҙарын ослайтып, ипләп кенә еҫкәгән булалар, үбәләр ҙә икән. Шул мәлдә Аҡсәскә уларҙы ҡыуандыра, һоҡландыра алыуына бик ҡәнәғәт ҡалған, ти.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в