+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
18 Сентябрь 2022, 13:00

Минең бәхет балам ҡулында...

 

Ул бәхетле булһа, мин бәхетле,

Минең бәхет балам ҡулында.

Раббым минең, бәғер емешемдең

Фәрештәләр торһон юлында.

 
Күҙҙәрендә һағыш-моңон тойһам,

Тән яраһын күрһәм баламдың,

Тормошомдоң бер ҡыҙығы ҡалмай,

Ғазап уттарында янамын.

 
Балаларым тик бәхетле булһын,

Ошо теләк уйҙа, күңелдә.

Йә, Хоҙайым, насип итә күрмә

Бала борсоуҙарын күрергә.

 
Һәр әсәнең бәхет асҡыстары

Ҡайнар устарында баланың.

Балаларым, һеҙгә ысын күңелдән

Оло бәхет теләп ҡаламын!

Гөлара ШӘРИПОВА.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: