+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Сентябрь 2022, 22:30

"Ҡайтығыҙ, ҡоштар, ҡабат!"

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

 

Ут эсенә осалармы,

Урап осалар микән?

Ер шарына именлекте

Һорап осалар микән?

  

Эй, ҡоштар, тим, ҡайҙа шулай

Икән ашҡынаһығыҙ?

Ни булһа ла, кире урап

Ҡайтһын башҡынайығыҙ!

 

Һеҙҙең ҡурылдауҙарығыҙ,

Һеҙҙең һайрауҙарығыҙ,

Йәнтәслим тәсбихтәр әйтеп,

Күктән һорауҙарығыҙ –

 

Моғайын да, ишетелер,

Моғайын, табыр яуап!

Ҡул болғайым күҙ-йәш аша:

"Ҡайтығыҙ, ҡоштар, ҡабат!"

 

Ҡайтығыҙ, ҡоштар, ҡабаттан,

Яуҙар аша, ут аша.

Беҙҙең йөрәк ялҡындары

Шул уттарға тоташа.

 

Ил-көн күрмәгән афәтте

Һүндерегеҙ, ҡоштарым!

Белһен донъя – ҡоралдан да

Ҡеүәтлерәк көс барын.

 

Ут эсенән осалар бит,

Урап осоғоҙ, тимен?!

Ер шарына именлекте

Һорап осоғоҙ, тинем.

 

Фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: