+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Нәҫеле Башҡортостандан

Мәскәүҙән XI синыф уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса 400 балл йыйған.

Мәскәүҙән XI синыф уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса 400 балл йыйған. Руслан Сәлимгәрәев барлыҡ фәндәрҙән иң юғары баһа алған. Ул барыһы өсөн дә мотлаҡ урыҫ теле менән йүнәлешле математиканы тапшырған, шулай уҡ химия менән биологияны һайлаған. Мәктәптә уҡығанда уҡ Руслан төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашҡан, айырыуса ботаника менән ҡыҙыҡһынған.
Ул Мәскәү дәүләт университеты йәки Мәскәү физика-технология институтына уҡырға инергә теләй. Әйткәндәй, Руслан Сәлимгәрәевтең нәҫел-нәсәбе Башҡортостан менән бәйле. Уның Йәрмәкәй районында туғандары йәшәй. Быға тиклем Рәсәйҙә бер кем дә Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса барлыҡ фәндәрҙән 100 балл йыйғаны булманы. Беҙҙең республикала иһә 52 уҡыусы төрлө фәндәрҙән иң юғары күрһәткестәргә эйә булды.
Читайте нас: