+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
21 Сентябрь 2018, 16:14

Иң-иңдәр ҡайҙан?

Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағында­ғы 153-сө лицей сығарылыш синыф уҡыусыларының көнәркәшлек һәләтлеге буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре исемлегенә индерелгән. 100 белем усағы араһында ул утыҙынсы урынды яулаған. Тикшереүҙе Raex агентлығы үткәреп, барлығы 15 мең мәктәптән 125 меңдән ашыу сығарылыш синыф уҡыусыһы мәғлүмәттәренә таянып, һығымта яһаған.

Йәнә илдең иң абруйлы уҡыу йорттарына техник, тәбиғи-фәнни һәм теүәл фәндәр буйынса буласаҡ студенттар әҙерләүсе мәк­тәптәр араһында ла иң яҡ­шы 50 белем усағы исемлеге тө­ҙөлгән. Унда инде шул уҡ 153-сө ли­цей 14-се урынды биләй. Был исемлектә Нефтекаманың 1-се ли­цейы, Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡарамағындағы Матвей Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейы ла бар.
Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына инеүсе сығарылыш си­ныф уҡыусылары һаны буйынса ла исемлек бар. Унда иң шәп 300 мәк­тәп телгә алына. Бында баш ҡалабыҙҙан 4 белем усағы билдәләнгән: 153-сө лицей – 46-сы, 93-сө гимназия – 179-сы, 39-сы гимназия – 183-сө, 83-сө ли­цей 263-сө урынды биләй.

Әллә ни үҙгәреш көтөлмәй
Берҙәм дәүләт, төп дәүләт имтихандарын тапшырыуҙа һиҙелерлек үҙгәрештәр көтөлмәй. Был хаҡта Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең етәксеһе Сергей Кравцов белдерҙе. Уҡыу башланғанға тиклем үк Педагогик үлсәмдәр федераль институты сайтында бөтә фәндәр буйынса имтихандарға әҙерләнеү өсөн демоверсиялар урынлаштырылған. Быйылғы уҡыу йылында Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре IV, V, VI синыф­тарға мотлаҡ һанала, ә VII, VIII, XI синыфтарға үткәреү-үткәрмәүҙе мәктәп етәкселеге үҙе хәл итә.
Сергей Кравцов 2022 йылдан сит телдән БДИ тапшырыу мотлаҡ буласаҡ икәнен дә иҫкәртте. Ул 2019 йылдан сит телдәр рәтенә ҡытай теле индерелеүен дә еткерҙе.
Читайте нас: