+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
14 Декабрь 2018, 14:59

Ун беренселәр йомғаҡлау иншаһы яҙҙы

Республикабыҙҙың 18 меңдән ашыу сығарылыш синыф уҡыусылары БДИ-ға инеү хоҡуғын биргән йомғаҡ­лау иншаһы буйынса һынау тотто.

Шуларҙың 67-һе – һау­лы­ғы буйынса мөмкинлеге сикле балалар, 370-тән күберәге – колония уҡыусылары, 440-ҡа яҡыны из­ложение яҙҙы. Ижади эште үтәү өсөн 3 сәғәт 55 минут тирәһе ваҡыт бирелде. Күләме 350 һүҙ тирәһе булырға тейеш. Үҙ аллы яҙыу талаптарын үтәү, һайлаған теманы асыу, фекерҙе раҫлай һәм әҙәби материалды нигеҙле ҡуллана белеү иҫәпкә алына. Эште башҡара алмағандар киләһе йылдың 6 февралендә йәки 8 майында уны ҡабаттан яҙа икән.
Читайте нас: