+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
20 Декабрь 2018, 17:56

113 уҡыусыға – «незачёт»

Ун беренселәрҙең йомғаҡлау иншаһы буйынса һынау тотҡанын хәтерләйһегеҙҙер әле.

Барлығы 18 мең 530 кеше
ижади эштә ҡатнашҡайны, шуларҙың 407-һе изложение яҙҙы. Инде бына һөҙөмтәләр ҙә
билдәле булды. Сығарылыш синыф уҡыусыларының 99,4 проценты «Зачёт» алып, БДИ тапшырыу хоҡуғына эйә булып
ҡыуанды. Ә 113 уҡыусыға «незачёт» ҡуйылғанға башын түбән эйергә тура килде.
Улар тапшыра алмаған был һынауҙарын 6 февраль һәм 8 майҙа өҫтәмә тәғәйенләнгән
көндәрҙә бирә аласаҡ.
Читайте нас: