+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
20 Декабрь 2018, 17:42

БДИ һәм төп дәүләт имтиханында яңы ҡағиҙәләр раҫланды

2019 йылда сығарылыш синыф уҡыусылары БДИ-ны һәм төп дәүләт имтиханын яңы ҡағиҙәләр буйынса тапшырасаҡ. Рәсәй белем биреүҙе күҙәтеү идаралығы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үткәреүҙең яңы тәртибен раҫланы.

Ун беренселәр өсөн ниндәй үҙгәрештәр бар, тиһегеҙме? Математика буйынса, мәҫәлән, уҙған йылдарҙа сығарылыш уҡыусылары был фәнде база һәм йүнәлешле кимәлдәрҙә тапшыра алһа, хәҙер улар берәүҙе генә һайларға тейеш. Шуның менән бергә математиканан берҙәм дәүләт имтиханында насар билдә алған осраҡта һынауҙы резерв көндәрҙә ҡабаттан биреү өсөн алдан һайланған кимәлде үҙгәртергә мөмкин. Элекке йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн йүнәлешле математиканы ғына һайлай ала.
Сит телдәр буйынса һынауҙарҙа ла яңылыҡ бар. Киләһе йылда инглиз, немец, француз һәм испан телдәре менән бер рәттән уҡыусылар ҡытай телен дә тапшырыу хоҡуғына эйә.
Хәҙер информатиканан БДИ-ны ҡағыҙ бланктарҙы ҡулланмайынса компьютер формаһында бирергә була.
Төп дәүләт имтиханында мөһим үҙгәреш — урыҫ теленән йомғаҡлау әңгәмәһе. Уны уңышлы үтеү дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына инеү өсөн төп шарт булып тора.
Йомғаҡлау әңгәмәһе февралдең икенсе шаршамбыһында уҙғарыла. «Икеле» билдәһен алған йәки кисерерлек сәбәп буйынса әңгәмәгә килмәгән ҡатнашыусылар өсөн өҫтәмә ваҡыт ҡаралған — марттың икенсе шаршамбыһы һәм майҙың тәүге эш дүшәмбеһе.
Ике осраҡта ла ғариза биргәндә имтихан биреүсе ҡатнашыу ваҡытын (ваҡытынан алда, төп, өҫтәмә) күрһәтергә тейеш. Сентябрҙә һынауҙы ҡабаттан тапшырыу өсөн ғариза яҙыу ваҡыты ла билдәләнгән – имтихандар башланғанға тиклем ике аҙна алдан.
Уҙған йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар хәҙер БДИ-ла ҡатнашыуға ғариза биргәндә аттестаттың төп нөсхәһен түгел, ә уның раҫланған күсермәһен күрһәтә ала, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Рәсәй белем биреүҙе күҙәтеү идаралығында.

Читайте нас: