Гөлфирә Абдуллина 1995 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия университетын уңышлы тамамлағандан һуң, шунда уҡ ассистент, өлкән уҡытыусы, унан доцент, профессор, фәнни эштәр буйынса декан урынбаҫары булып эшләй. Ул - 360-тан ашыу фәнни-методик эштәр, шул иҫәптән 8 монография (шуларҙың 4-әүһе – авторҙашлыҡта), 1 фәнни мәҡәләләр йыйынтығы, 1 коллектив монография, 1 һүҙлек (авторҙашлыҡта), 5 уҡыу ҡулланмаһы һәм гуманитар уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр, 16 уҡыу-методик баҫма, программалар һәм 300-ҙән ашыу фәнни мәҡәләләр авторы. Уның етәкселегендә фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә 5 диссертация яҡланған.