-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
24 Ғинуар 2019, 14:48

Ниcә градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин?

Башҡортостанда көслө һыуыҡтар осоронда дәрестәрҙе үткәрмәү тураһында ҡарарҙы, климатты, ағымдағы һауа шарттарын һәм уҡыусыларҙың грипп, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү кимәлен иҫәпкә алып, һәр мәктәп үҙ аллы хәл итә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр мәғариф министрлығында.

Шул уҡ ваҡытта баланы дөйөм белем биреү мәктәбенә ебәреү-ебәрмәү ата-әсәнән (законлы вәкилдәрҙән) тора. Ләкин мәктәп теләһә ниндәй температурала эшләргә тейеш, тип белдерелә ведомствола.

Санитар нормаларға ярашлы, ауыл мәктәптәрендә башланғыс синыфтарға — 23 градус, ҡала мәктәптәрендә 25 градус һалҡында дәрестәр булмай. Ауыл ерендә V — IX синыф уҡыусыларына һауа температураһы 25 градустан түбән булһа, ә ҡалала 27 градус һыуыҡта уҡырға бармаҫҡа мөмкин. Ауыл мәктәптәренең өлкән синыф уҡыусылары — 30 градус, ә ҡаланыҡылар 32 градус һыуыҡта.
Читайте нас: