+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
24 Ғинуар 2019, 18:53

Сибайҙа карантин көтөлмәй

Яҡын көндәрҙә Сибай мәктәптәре һәм балалар баҡсаларында карантин индереү көтөлмәй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, саф һауала йөрөү һәм спорт менән менән шөғөлләнеүгә генә сикләүҙәр бар. Экологтар һауа составындағы зарарлы матдәләр миҡдарын ике сәғәт һайын тикшереп тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала Сибайҙа килеп тыуған ауыр экологик хәл арҡаһында кешеләргә медицина битлектәре, активлаштырылған күмер таратыла башлағайны. Балаларға һөт бирелә.

Әйткәндәй, 16 ғинуарҙан 22 ғинуарға тиклем Сибайҙа табиптар тарафынан 1454 кеше ҡабул ителгән, шуларҙың 497-һе – балалар, 957-һе – өлкәндәр. Педиатрия йүнәлеше буйынса 7 белгес эшләй, көнөнә 250-гә яҡын бала ҡабул ителә.
Читайте нас: