+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
4 Апрель 2019, 13:47

Милли мәғариф идаралығы булдырыла

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ҡарамағында Милли мәғариф идаралығы ойоштороласаҡ.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ведомство етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин шулай тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, бөгөн министрлыҡта милли мәғариф мәсьәләләре менән ике генә кеше шөғөлләнә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезы әлеге йүнәлештә тәүге аҙым булып тороуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Мәртәбәле сара 11 - 12 апрелдә «Торатау» конгресс-холында уҙасаҡ. Форумда 800-гә яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре һәм методистары, юғары уҡыу йорто вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашыуы көтөлә.
– Беҙгә хәҙер туған телдәрҙе уҡытыуҙың яңы, алдынғы алымдары кәрәк. Заман менән бергә атлау зарур. Тиҫтәләрсә йыл элекке методика буйынса эшләргә ярамай. Хәҙер балалар бөтөнләй икенсе, уларға ябай баҫма продукция белем сығанағы булып тормай. Тап шуның өсөн дә яңы технологияларҙы индерергә кәрәк. Фекер алышыу майҙансыҡтарында быларҙың барыһын да тикшерергә йыйынабыҙ, — тине Айбулат Хажин.
Ул шулай уҡ съездың киң йәмәғәтселек өсөн асыҡ буласағын белдерҙе. Теләүселәр һорауҙарын да бирә, уй-фекерҙәре менән дә уртаҡлаша аласаҡ.
Читайте нас: