Әйткәндәй, быйыл алдан тапшырыу этабында 500-ҙән ашыу сығарылыш синыф уҡыусыһы ҡатнашты. Уҙған йылда мәктәпте, урта махсус һөнәри белем биреү уҡыу йорттарын тамамлаусылар баш ҡаланың 94-се лицейында, Мәләүездәге 1-се гимназияла һынау тотһа, быйылғылар Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһында көсөн һынаны. Әлеге мәлдә 11 фән буйынса һөҙөмтәләр билдәле, шулар араһында физиканан бер ҡатнашыусы 100 балл йыйған.