Лекцияла белгестәр һыу инеү осоронда хәүефһеҙлек, урманда аҙашҡанда, таныш булмаған кеше алдында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
Әйткәндәй, «Һинең хәүефһеҙлегең онлайн» стрим-дәрес проекты 2017 йылда старт алғайны. Ул Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығы башланғысы менән ойошторола. Проект уҡыусыларҙы төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙеңде нисек тоторға өйрәтә. 2018-2019 уҡыу йылында барлығы 7 стрим-дәрес уҙғарылып, 15 файҙалы тема ҡаралды.