+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәптәрҙә интернет юғары тиҙлектә эшләйәсәк

Рәсәй мәктәптәренә юғары тиҙлектә эшләүсе интернетты тоташтырыуҙы тиҙләтергә кәрәк, тип белдерҙе Рәсәй Президенты ҡарамағындағы стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса Совет президиумы ултырышында Премьер-министр Дмитрий Медведев.

Ул һәр белем усағы өсөн селтәргә инеү, һанлы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү бушлай булыуын да айырым билдәләп үтте. Икенсе һорау булып «Һәр баланың уңышы» проекты буйынса эшләү ҡаралды.
– Күрһәткестәрҙе хәтерегеҙгә төшөрәм: 2024 йылға балаларҙың 80 проценты өҫтәмә белем биреү системаһында шөғөлләнергә, ул һәр теләүсе бала өсөн уңайлы булырға тейеш. 2021 йылдың аҙағына тиклем 900 меңдән ашыу яңы өҫтәмә белем биреү урындары булдырыласаҡ, – тип тә өҫтәне.


Читайте нас: