Һәр хәлдә Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары олимпиада еңеүселәрен һәм Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға биреүселәрҙе ҡуш ҡуллап ҡабул итергә әҙер. «Өфө дәүләт нефть-техник университетында 100 баллыларға юғары стипендия алыу өсөн сертификаттар әҙерләнгән. Олимпиада еңеүселәре иһә уҡыу йылының тәүге семестрында 30 мең һум күләмендә стипендия алып уҡыясаҡ. Республиканың бүтән юғары уҡыу йорттарында ла шундай уҡ саралар ҡаралған,» – тип белдергән Башҡортостан Республикаһы вуздарының ректорҙар советы рәйесе Рәмил Бәхтизин Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә.