Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Ул мәктәптә ашатыуҙы ойоштороу төп мәсьәләләрҙең береһе булыуын билдәләп, сифатлы һәм сәләмәт ризыҡ менән тәьмин ителергә тейеш, тип билдәләне. Шулай уҡ Хөкүмәттең социаль блогы башланғыс синыф уҡыусылары өсөн бушлай туҡланыу мөмкинлеген эшләргә тәҡдим итә, тип тә белдерҙе. Иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, бының өсөн йыл һайын республика ҡаҙнаһынан 1 миллиард 500 һум аҡса талап ителәсәк. Был мәсьәлә ентекле өйрәнеләсәк әле.