-10 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
17 Июль 2019, 13:54

Лаҡлыла яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөләсәк

Салауат районы Лаҡлы ауылында 80 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөләсәк.

Бындай маҡсатҡа федераль һәм республика ҡаҙналарынан 153 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана. Аукцион 24 июлдә уҙасаҡ.

Быйыл, техник заданиеға ярашлы, ер эштәре, нигеҙ һалыу, стеналар күтәреү, ҡыйыҡ ябыу планлаштырылһа, алдағы йылда тәҙрәләр ҡуйып, эске биҙәү эштәре башҡарыласаҡ. Был социаль объекттарҙы төҙөүҙө 2020 йылдың 1 октябренә тиклем тамамлау күҙ алдында тотола.
Читайте нас