Тәбиғи-фәнни, техник йүнәлеш программалары буйынса өҫтәмә белем биреү мөмкинлеге булмаған ауыл мәктәптәре өсөн бик тә ҡулай ул. Унда технология дәрестәрендә, техник ижад түңәрәктәрендә йылына 1 меңдән ашыу уҡыусы инновацион юғары технологиялы ҡоролмаларҙа эшләргә өйрәнәсәк, мобиль технопаркы ярҙамында ойошторолған сараларға 3 меңдән ашыу бала йәлеп итеү көтөлә.