+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
2 Август 2019, 11:49

Барлыҡ мәктәптәр ҙә биш көнлөк уҡыуға күсә

Үткән уҡыу йылында күп мәктәптәр биш көнлөк уҡытыуға күскәйне инде. Ә 1 сентябрҙән республикабыҙҙың барлыҡ белем усаҡтары ла ошондай тәртиптә уҡый башлай.

Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров «Мәғариф сәғәте»ндә белдерҙе. Уҡыу планы элеккесә ҡала, уҡытыусыларҙың да эш хаҡы кәмемәй. Радий Фәрит улы тематик шәмбеләр мәжбүригә әйләнмәһен өсөн, балаларҙың ике ял көнө булырға тейешлеген, уларҙы исем өсөн генә мәктәпкә саҡырырға ярамағанлығын да белдерҙе.

– Уҡыусылар шәмбене көтөп алырға, уҙғандары хаҡында фекер алышырға тейеш. Был күп ваҡытта уҡытыусыларҙан ғына түгел, ата-әсәләрҙең үҙҙәренән дә тора, — тине ул.

Уҡыу йылы буйына 32 тематик шәмбенең һигеҙен үткәреү күҙ уңында тотола.
Читайте нас: