+1 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф яңылыҡтары
15 Август 2019, 17:37
«Интерактив башҡорт теле» проекты менән танышһығыҙмы?
«Интерактив башҡорт теле» проекты хаҡында, бәлки, күптәрегеҙ ишеткәнһегеҙҙер ҙә әле. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына эшләнеп, Мәғарифты үҫтереү институты тарафынан төҙөлгән. Проект етәксеһе – Әхәт Илмөхәмәтов.
Маҡсаты – башҡорт телен үҙ аллы башланғыс кимәлдә өйрәнеү буйынса web-ресурс булдырыу. Был виртуаль проектта 34 тема бирелгән һәм был контент бер нисә бүлектән тора. Һүҙлегендә һөйләшеү һәм аралашыу өсөн иң кәрәкле һүҙҙәр тупланған. Уларҙың һәр береһенең аудиояҙмаһы ла бар. Ҡыҙыҡһыныусылар, башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр
new.bash.matur-tv.ru
сайтына инеп, проект менән таныша ала.
«Интерактив башҡорт теле» проекты интернет селтәре булған һәр ерҙә лә яҡшы асыла, мобиль телефон аша ла ҡарап була. Web-ресурсты ҡулланыу өсөн өҫтәмә ҡушымталар кәрәкмәй. Теркәлеү үтеп, курсты уңышлы тамамлаған һәр бер ҡулланыусыға электрон сертификат ебәрелә.
Республика август кәңәшмәһе сиктәрендә ойошторолған «Башҡортостан Республикаһында милли мәғариф үҫеше» стратегик сессияһында филология фәндәре кандидаты, Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт, башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Эльвира Рәхимова ошо проект менән таныштырып китте. Был мәртәбәле сараға республикабыҙҙың район-ҡалаларынан мәғариф хеҙмәткәрҙәре, белем усаҡтары директорҙары, күрше төбәктәрҙән дә вәкилдәр килгәйне.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...
"Йәншишмә"нең телеграм-каналына ҡушыл!
Ошо яҙыуға баҫһаң, бот һине шунда уҡ каналға ҡабул итәсәк.
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять