+2 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
23 Августа 2019, 05:48

Башҡортостанда 1 сентябрь көнө 11 яңы мәктәп асыла

Был күрһәткес буйынса республикабыҙ Волга буйы округында беренсе урында. Ошо турала мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлек мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә әйтелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Унда видеоконференция тәртибендә Волга буйы округы төбәктәре вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин билдәләүенсә, быйыл 16 район һәм ҡалала мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нытыуға 287 миллион һум бүленгән. Белем усаҡтарында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған.
Читайте нас