«Бөгөн һәр кемдең тиерлек смартфоны бар. Күптәр, шул иҫәптән, үҫмерҙәр өсөн мобиль ҡулайламаларға бәйлелек, ысынлап та, проблемаға әүерелде,. – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Балалар дәрес ваҡытында ла смартфондан айырыла алмай. Ниндәйҙер сикләүҙәр индерергә кәрәк. Ошо йәһәттән төрлө фекерҙәр бар: смартфондар балаларҙың иғтибарын ситкә йүнәлтә, уларға материалды үҙләштерергә ҡамасаулай, уҡыу сифатын түбәнәйтә. Мобиль телефондарҙы бөтөнләй тыйырға ярамай, ләкин самалы сикләүҙәр индерергә мөмкиндер».
Константин Толкачев фекеренсә, мәктәптәр ҙә үҙҙәренең ҡәтғи һүҙен әйтергә тейеш. – улар алдында ата-әсәләр комитеты менән ошо мәсьәләне тикшереү һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу бурысы тора.