Бында уҡыусыларҙың үҫеше һәм ижады өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Информатика бүлмәһендә заманса компьютерҙар ҡаршы алһа, технология дәрестәре йыһазландырылған оҫтаханаларҙа уҙасаҡ. Малайҙарға – быраулау һәм ҡырыу станоктары, ҡыҙҙарға 8 теген машинаһы, манекендар алынған. Туҡыма эшкәртеү өсөн ҙур бесеү өҫтәле, кейеп ҡарау урыны ла булыуы бик уңайлы. Синыф, лаборатор бүлмәләре, ашхана ла яңы ҡоролмалар менән тулыланған. Фойела – ҙур шахмат майҙансығы, икенсе ҡатта мольберттар һәм хор өсөн репетициялар үткәреү урыны ла бар.