-7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
9 Сентябрь 2019, 11:28

Смарт-мәктәптәр асылды

Быйыл Башҡортостан яңы мәғариф учреждениеларын асыу буйынса рекорд ҡуя: 21 яңы мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы!

Өфөлә полилингваль күп йүнәлешле ике смарт-мәктәп асылыуы – айырыуса ҙур һөйөнөс. Дим биҫтәһендәге 162-се смарт-мәктәп уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотлап, шатлыҡтарын уртаҡлашырға Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округы буйынса вәкиле Игорь Комаров һәм республика етәксеһе Радий Хәбиров та барҙы.

– Әлегә был уҡыу йортоноң матурлығы тышынан ғына күренә. Киләсәктә ул көслө педагогик коллективы булған, тәрән белемле уҡыусылар әҙерләгән мәктәпкә әйләнер, – тип белдерҙе Радий Фәрит улы.

Бында уҡытыу урыҫ, башҡорт, инглиз телдәрендә алып барыласаҡ. Шулай уҡ теләгәндәр икенсе сит телде лә өйрәнәсәк. Урта синыфтарҙа уҡ математика, информатика, химия, биологияны тәрә­нәйтеп өйрәнеүсе синыфтар буласаҡ. Ә өл­кән синыфтарҙа иһә уҡыусылар со­циаль-иҡтисади, химия-биология, ме­дицина йүнәлештәре буйынса бүленә­сәк. Белем усағы Башҡорт дәүләт медицина университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк.

Мәктәп көнө буйы эшләй: төшкә тиклем дәрестәр барһа, унан һуң балалар һәләттәрен үҫтереү буйынса шөғөлләнәсәк.

1 мең уҡыусыға иҫәпләнгән белем усағы, әлбиттә, яҡшы йыһазландырылған, бөтә заманса шарттар булдырылған. Киләсәктә 162-се смарт-мәктәп көслө уҡыусылары менән һоҡландырыр әле, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: