Быйылдан айына бер тапҡыр шәмбе көнө белем усаҡтарында тематик сара ойошторолорға тейеш. Үткән аҙнала, Бөтә донъя таҙалыҡ көнө айҡанлы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында тәүге экологик өмә һәм спорт байрамы үтте. Шуныһы ҡыуаныслы: күп уҡыусылар бындай дөйөм дәрестән тыш сараларҙы бик оҡшата, ярышырға яраталар, бер-береһен бөтөнләй икенсе яҡтан асалар.
Белем усағының тирә-яғын күмәкләп ағас япраҡтарынан таҙартҡас, синыфтар араһында спорт ярыштары башланды. Йүгереү, эстафета, туп менән оҫта эш итеү буйынса көс һынаштылар. Ошонда күренде лә инде балаларҙағы сәм, дөйөм коллектив өсөн еңеүгә ынтылыш, бер-берең өсөн көйөү, берҙәмлек. Көйәрмәндәр – атай-әсәйҙәр ҙә килгәйне. Урындар билдәләнеп, Почет грамоталары таратылды. Балалар күңелдәренә дәрт алып таралышты был көндө.
Алдағы тематик шәмбе нимәгә арналыр? Уҡыусыларға ниндәй яңылыҡ тәҡдим ителер? Киләһе айҙа уҙасаҡ сараны ла балалар ғына түгел, атай-әсәйҙәр ҙә көтәлер.