Дәрестә уҡыусылар ҡотҡарыусылар менән генә түгел, йәш геройҙар менән дә осрашасаҡ. Сараның төп майҙансығы менән бәйләнешкә телекүпер режимында “Ҡотҡарғанда батырлыҡ күрһәткән өсөн” миҙалы, “Ҡайнар йөрәк” махсус билдәһе менән бүләкләнгән уҡыусылар сығасаҡ.
Мәғариф министрлығы ярҙамы менән ойошторолған бындай онлайн асыҡ дәрестәр VIII – XI синыфтарға йүнәлтелгән һәм уларҙы алдынғы индустрия, һөнәрҙәр, илдәге фән, иҡтисад өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.