Республикабыҙҙа бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова белдереүенсә, 2018 йылғы тәжрибә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн дәрестәрҙе башҡа мәктәптәрҙә лә дауам итергә булғандар. Баҡһаң, ғаилә фәне өйрәнелгән белем биреү учреждениеларында өлгәш күтәрелгән, уҡыусылар араһында мөнәсәбәт яҡшырған.