+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
21 Ноябрь 2019, 15:45

Сит телдән имтихан

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Анзор Музаев матбуғат конференцияһында: «2022 йылдан сит тел буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы мотлаҡ буласаҡ», – тип белдергән.

Дөрөҫ, сит телде уҡытыу төрлө мәктәптә төрлө кимәлдә. Шуға хәҙер балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә борсола башлар инде. Имтихан мотлаҡ булһа, аттестат алыу-алмауға ла йоғонто яһай бит.
Мәғариф етәкселәре сит тел буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы математика кеүек ике кимәлгә – база һәм йүнәлешле имтиханға бүленәсәк, тип күҙаллай.
Нимә генә тимә, донъяла киң ҡулланылған берәй сит телде төплө белеү хәҙерге заманда бер кемгә лә артыҡ түгел, киреһенсә, кәрәк икәнен күптәр аңлайҙыр.
Читайте нас: