-13 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
2 Декабрь 2019, 18:00

Төп дәүләт имтиханы – яңы стандарттар буйынса

2020 йылдан төп дәүләт имтиханында туғыҙынсы синыфтарҙың белеме яңы стандарттар буйынса тикшереләсәк.

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов хәбәр итеүенсә, һынауҙарға әҙерләнгәндә материалдарҙы хәтергә ҡалдырыу ғына етмәй, уларҙы ҡуллана белеү оҫталығы ла талап ителәсәк. Мәҫәлән, математиканан эштәрҙә дача еренең һыҙмаһы бирелеп, юл һалыр өсөн нисә плитка кәрәк буласаҡ, тигән һорау ҡуйыла. Ә химиянан иһә имтихан ваҡыты 40 минутҡа арттырылып, тәжрибә яһау һынауы өҫтәлгән.
Төп дәүләт имтиханы буйынса фәндәр һаны арттырылмаған, туғыҙынсылар элеккесә урыҫ теле һәм математиканан – мотлаҡ, тағы ике фәнде һайланма рәүештә тапшыра.
Читайте нас в