Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министры Ольга Васильева "Российская газета"ға биргән интервьюһында шулай тип белдергән. Ысынлап та, бөтә кеше лә йырға, рәсем төшөрөү буйынса һәләтле була алмай, спорт буйынса ла шулай уҡ: күпме тырышһа ла " бишле" ала алмауы бар. "Уҡыусының музыкаға һәләте булмаған өсөн аттестатына "өслө" ҡуйыу ғәҙел түгел", - тип иҫәпләй Ольга Васильева. Әле төп һәм урта белем тураһындағы аттестаттарҙың яңы формаһын әҙерләйҙәр икән. Унда белем усағы музыка, рәсем һәм физкультуранан билдә урынына "зачёт" ҡуйыу хоҡуғына эйә буласаҡ.