-31 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
19 Ғинуар 2020, 12:44
Тағы ла БДИ-ға өҫтәмә балл биреүсе олимпиадалар менән танышығыҙ
Математика, физика, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, география, урыҫ теле буйынса үҙеңә оҡшаған олимпиадаларға теркәлеп, шәп приздар өсөн көрәшә алаһың. Улай ғына түгел, һәйбәт уңыштарға ирешкәндәргә юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар ҙа бирелә.
Физика буйынса интернет олимпиадала VII – XI синыфтар ҡатнаша ала. Икенсе һайлап алыу этабы 18-нән 25 ғинуарға тиклем үтә. Тулыраҡ мәғлүмәтте
http://barsic.spbu.ru/olymp/index.html
ошо сайтта белә алаһығыҙ.
Физика буйынса «Курчатов» олимпиадаһында VII – XI синыфтар һынау тота ала. Теркәлеү һәм һайлап алыу этабы 9 февралгә тиклем бара. Тулыраҡ
http://olimpiadakurchatov.ru/
сайтынан уҡып белерһегеҙ.
География буйынса «Йәш таланттар» олимпиадаһында V – XI синыфтар ҡатнаша. Теркәлеү 30 ғинуарға тиклем үткәрелә. Барыһын да тулыраҡ
http://olymp.psu.ru/disciplines/geography/home.html
сайтында ҡарағыҙ.
Мәскәү математика олимпиадаһы VIII – XI синыфтарға тәғәйенләнгән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: VIII – X синыфтар олимпиадаға теркәлеп, олимпиадала килә ала. Ә ун беренселәр өсөн тәүҙә һайлап алыу туры үткәрелә. Улар өсөн ситтән тороп һынау һәм теркәлеү 31 ғинуарға тиклем ойошторола. Тулыраҡ мәғлүмәтте
http://olympiads.mccme.ru/mmo/
сайтынан алырға мөмкин.
Берләштерелгән юғары уҡыу йорто-ара математик олимпиада IX – XI синыфтар өсөн үткәрелә. Теркәлеү һәм ситтән тороп ҡатнашыу этабы 26 ғинуарға уҙғарыла. Тулыраҡ мәғлүмәт
http://olympiads.mccme.ru/ommo/20/
сайтында тупланған.
Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса В. И. Вернадский исемендәге олимпиадала V – XI синыфтар белемдәрен тикшерә ала. Теркәлеү һәм һайлап алыу этабы - 10 февралгә тиклем. Тулыраҡ үҙҙәренең
http://vernadsky.online/
сайтынан уҡып белегеҙ.
Урыҫ теленән күп йүнәлешле «Изумруд» олимпиадаһында VIII – XI синыфтар көсөн һынай ала. Теркәлеү һәм һайлау этабы 16 февралгә тиклем бара. Тулыраҡ
https://izumrud.urfu.ru/ru/
сайтында уҡығыҙ.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән