«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған конференцияла Төп дәүләт һәм Берҙәм дәүләт имтихандарындағы үҙгәрештәр хаҡында һүҙ барҙы. Туғыҙынсылар өсөн имтихандар һаны үҙгәрмәй, шул уҡ ҡала. Ғәҙәттәгесә, улар математика менән урыҫ теленән һынауҙы мотлаҡ рәүештә тапшыра, тағы икәүһе – һайлау буйынса. Туғыҙынсы синыфтар өсөн быйыл йомғаҡлау әңгәмәһе икенсе тапҡыр үткәрелә. Бында ҡыҙҙар һәм егеттәр урыҫ теле һәм әҙәбиәте буйынса телмәр оҫталыҡтарын күрһәтәсәк. Һынау апрель айына тәғәйенләнгән.