-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
9 Февраль 2020, 17:55

Мәктәп дәреслектәренә яңы талаптар раҫланған

Федераль исемлеккә ингән китаптар бынан һуң рәсми дәүләт экспертизаһы үтәсәк, ә эксперттар үҙҙәре тикшергән дәреслектәр өсөн яуаплы була, исем-шәрифтәре лә яҙыласаҡ.

Яңы бойороҡ буйынса тикшерергә заказды мәғариф министрлығы үҙе бирәсәк. Экспертиза биш йылға бер тапҡыр үткәрелә. Дәреслектәрҙә хаталар, фәнни яҡтан иҫбатланмаған факттар һәм теориялар булырға тейеш түгел. Ҡаты бәғерлелекте, көсләүҙе хуплаған, ғаилә ҡиммәттәренә тап килмәгән материалдарға ла урын юҡ. Талаптар күп, документ 50 биттән тора. Дәреслектәрҙе экспертизаға биреү ваҡыты ла үҙгәргән: 20 февралдән 20 апрелгә тиклем.
Читайте нас: