"Холоп" кинофильмын сығарыуҙа ҡатнашҡан режиссёр Клим Шипенко и продюсер Виталий Шляппо нисек популяр кино төшөрөү, уның сценарийын төҙөү, кемдәр ҡатнашыуы тураһында һөйләйәсәк. Киләсәккә һөнәр һайлау тураһындағы бындай асыҡ дәрестәр өлкән синыф уҡыусылары өсөн үткәрелә. "ПроеКТОрия" порталында, социаль селтәрҙәрҙә, белем усаҡтарының шәхси кабинеттары аша ҡарарға мөмкин. Шунда уҡ тест һорауҙарына яуап бирергә, тема буйынса һорауламала ҡатнашырға була.