+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Республикабыҙҙа иң яҡшы музыка мәктәптәренең береһе асылды

Баш ҡалабыҙҙың Затон биҫтәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе асылды.

– Ул хәҙер республикабыҙҙа иң яҡшы музыка мәктәптәренең береһелер. Дәрестәр өсөн кабинеттары иркен, яҡты, акустикалы тамаша залы, һәр ерендә лә тауыш үткәрмәү ҡорамалдары булыуы ла мөһим. Мәктәп музыка менән шөғөлләнергә теләүсе балалар күп булған биҫтәлә урынлашҡан. Бында 400 уҡыусы нота грамотаһына һәм төрлө йүнәлештәр буйынса виртуоз башҡарыу оҫталығына өйрәнәсәк. Фортепиано, гитара, скрипканан тыш, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, хореография синыфтары асылған, башҡорт фольклор ансамблдәре һәм оркестрҙары булдырылған.
Бының менән генә беҙ туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ. 2020 йылда Ҡыйғы һәм Миәкә райондарында яңы музыка мәктәптәренең проекттарын төҙөү ҡаралған. Уларҙы икенсе йылда тапшырасаҡбыҙ, – тип ҡыуанып хәбәр итә республика Башлығы Радий Хәбиров «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә.
Читайте нас: