+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Мәктәп. Киләсәккә лифт» алдағы тормошҡа юл яра

Баш ҡалабыҙҙа «Мәктәп. Киләсәккә лифт» Бөтә Рәсәй өҫтәмә белем биреү программаһы старт алды. Бында ике белем усағы – республика инженер интернат-лицейы һәм айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 31-се мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Улар тәжрибәле етәкселәр ярҙамында программалау һәм микроэлектроника серҙәренә төшөнәсәк.

«Мәктәп. Киләсәккә лифт» – хәҙерге инженер йүнәлеше буйынса белем биреүҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй программаһы. Уның маҡсаты – төбәктәрҙә иң яҡшы инженерҙарҙың өҙлөкһөҙ уҡыу траекторияһын булдырыу, һәләтле уҡыусыларҙы мәктәп тупһаһынан һөнәр алғансы оҙата барыу. Проекттың башлап ебәреүселәре булып Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында «Система» хәйриә фонды, «БЭСК» акционерҙар йәмғиәте сығыш яһай.
«Мәктәп. Киләсәккә лифт» программаһына ҡушылыу өсөн проект сайтындағы теркәү формаһын тултырып, уҡыусының дөйөм өлгәше тураһында мәғлүмәттәр, шулай уҡ дәлилләүсе хат ебәрергә кәрәк. Курс 300 уҡыусыға иҫәпләнгән.
Тәүге ағымда уҡырға ғаризаларҙы программаның рәсми сайтында 23 мартҡа тиклем бирергә кәрәк. Уҡыу курсы өс уҡыу йылына тәғәйенләнгән.
Читайте нас: