+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Незачёт» алғандар өсөн тағы ла өҫтәмә көн бар

Рәсәйҙә 1 миллион 400 меңдән ашыу туғыҙынсы синыф уҡыусыһы төп осорҙа – 12 февралдә йомғаҡлау әңгәмәһен үткәйне. Унда «незачёт» алғандар йәки кисерерлек сәбәптәр арҡаһында килә алмағандар бөгөн өҫтәмә көндә һынау тапшырҙы.

11 мартта йомғаҡлау әңгәмәһе 14 мең 300 мәктәптә ойошторолдо, туғыҙынсы синыфта белем алыусы 105 меңдән ашыу уҡыусы йомғаҡлау әңгәмәһенә килде. Һәр ҡатнашыусыға эштәрен үтәүгә 15 минут ваҡыт бүленде, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәргә – 30 минутҡа тиклем. Бында «незачёт» алғандар өсөн тағы ла өҫтәмә көн – 18 май тәғәйенләнгән.
Әйткәндәй, йомғаҡлау әңгәмәһе 2018/19 уҡыу йылынан мотлаҡ һынауҙарҙың береһе һанала. Уны уңышлы тапшырыу төп дәүләт имтиханына рөхсәт алыу шарты булып тора.
Читайте нас: