+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусылар эшҡыуарлыҡ серҙәрен өйрәнәсәк

Хәҙерге заман уҡыусыһы бөтәһен дә белергә тейеш. Шул иҫәптән мәктәптән үк – эшҡыуарлыҡ серҙәрен дә. Шуға белем усаҡтарында Рәсәйҙең алдынғы компаниялары тарафынан булдырылған эшҡыуарлыҡ дәрестәрен индермәкселәр.

Тәүҙә уны түңәрәк, факультатив, оҫталыҡ дәрестәре рәүешендә уҡытыу күҙаллана.
– Талап ителгән белгестәр булып китер, үҙгәреп торған шарттарға яраҡлашыр өсөн уҡыусылар белем һәм оҫталыҡ алырға тейеш, – ти Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов.
Балаларҙың финанс грамоталығын һәм эшҡыуарлыҡ оҫталыҡтарын үҫтереү өсөн, сбербанк та методик эшкәртмәләрен тәҡдим итәсәк.
Читайте нас: