+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәктәптәрҙә кеҫә телефонын ҡулланыу сикләнәсәк

Оҙаҡламай Башҡортостанда «Смартфонһыҙ мәктәп» пилотлы проекты тормошҡа ашырыла башлай. Был турала мәғариф министрлығына һылтанып, UfaTime.ru хәбәр итә.

Атап әйткәндә, бында һүҙ мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың телефон ҡулланыуын сикләү тураһында һүҙ бара. Тик ҡасан һәм ниндәй рәүештә буласағы белдерелмәй.
«Смарфонһыҙ мәктәп» проекты «һанлы гигиена» өсөн кәрәк, ти белгестәр. Смарфондарҙы ҡулланыуға сикләү индереп, власть органдары Мәғариф һәм фән, Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттәрҙең методик кәңәштәренә таяналар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, февралдә республика Башлығы Радий Хәбиров дәрестәрҙә кеҫә телефондарын ҡулланыу буйынса социаль селтәрҙәрҙә фекер алышыу ҙа ойошторғайны.
Читайте нас: