+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һөнәри бәйгелә кемдәр еңеүсе булды?

Баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2020» республика һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020» төбәк-ара конкурстарын ябыу тантанаһы үтте. Мәртәбәле бәйгелә бөтә фәндәр буйынса ла уҡытыусылар көстәрен һынаны.

Барлыҡ һынауҙар буйынса, утыҙынсы тапҡыр ойошторолған республика конкурсының абсолют еңеүсеһе исеменә Өфөнөң 95-се мәктәбенән биология һәм химия уҡытыусыһы Федан Ғафаров лайыҡ булды. Урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән баш ҡаланың 56-сы мәктәп уҡытыусыһы Дамир Шәмсетдинов иң-иңе булып танылһа, татар теле һәм әҙәбиәтенән – Нефтекаманан Ғәлиә Ҡорбанова. Башҡортостандың йәш йыл уҡытыусыһы исемен 86-сы мәктәптең математика уҡытыусыһы Мария Ширшова алды.
«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020» төбәк-ара конкурсында республикабыҙҙан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән дә педагогтар көсөн һынаны. Абсолют еңеүсе исеменә Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы мәктәбенән Нәзилә Низамова лайыҡ булды. «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Римма Мирсәйетова еңеү яуланы. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: