– 23 марттан 1 апрелгә тиклем мәктәптәрҙә – каникулдар. Ә 2 апрелдән белем усаҡтары дистанцион уҡыуға күсә. 1 апрелгә тиклем республиканың барлыҡ дөйөм белем биреү учреждениелары ла быға 100 процентҡа әҙер булырға тейеш, – тип билдәләне министр.
Балаларҙың каникул мәлендә 24 марттан 1 апрелгә тиклем уҡытыусылар дистанцион уҡыу нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдиме буйынса дәрестәрҙе 30 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыу ҡаралған.
Әйткәндәй, әлеге мәлдә республиканың бөтә 96 колледжы ла ситтән тороп уҡыуға күскән. Юғары уҡыу йорттары студенттары ла 16 – 18 марттан дистанцион рәүештә белем ала.