+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Сириус» үҙәгендә атай-әсәйҙәр ҙә, уҡыусылар ҙа онлайн уҡый ала

«Сириус» белем биреү үҙәге география, комбинаторика, лингвистика һәм тәүге тапҡыр физика һәм информатика буйынса дистанцион уҡыу программаларына инеү мөмкинлеген аса. Унда илдең бөтә уҡыусылары, шул иҫәптән педагогтар, атай-әсәйҙәр, студенттар ҙа уҡый ала.

Бында уҡыу өсөн https://sochisirius.ru/news/3468 сайтына инеп, «Сириус. Курсы» бүлексәһендә 15 майға тиклем теркәлергә кәрәк. Әлеге ваҡытта үҙәктең платформаһында геометрия, комбинаторика һәм лингвистика буйынса онлайн-курстар асылған. Һәр дәрес видеолекция, конспекттар, мотлаҡ һәм өҫтәмә күнегеүҙәрҙән торған бер нисә модулдән тора. Курс тамамланғас, электрон сертификат та биреләсәк.
Алдағы аҙнанан информатика һәм физиканан дистанцион программалар старт аласаҡ. Апрель айында үҙәктең платформаһында көн һайын лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, алдынғы ғалимдар һәм инженерҙарҙың сығыштарынан трансляциялар үткәреләсәк.
Читайте нас: