+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
5 Апрель 2020, 21:16

Онлайн дәрестәр ваҡытында интернетҡа инмәй тороғоҙ!

Иртәгә балалар өсөн дистанцион уҡыу башлана.

Республикала бөтәһе 500 мең тирәһе уҡыусы барлығын, бөтә дәрестәр ҙә беренсе сменала, төшкә тиклем, үткәреләсәген иҫәпкә алғанда, интернет менән ауырлыҡтар килеп сыҡмаҫ, тимә. Шуға күрә уҡытыусыларға дәрес өсөн кәрәкле электрон материалдарҙы алдан уҡ әҙерләп ҡуйырға, уҡыусыларға электрон почта йәки мессенджерҙар аша ебәрергә кәңәш ителә.
Уҡытыусылар һәм атай-әсәйҙәр өсөн ҡыҙыу бәйләнеш телефоны булдырылған: 8-800-100-81-80. Балалар килеп тыуған һорауҙар буйынса синыф етәкселәренә һәм атай-әсәйҙәренә мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ дистанцион белем биреү буйынса күп каналлы телефон эшләй: 8(347)292-11-52.
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус һәм дистанцион белем биреү буйынса үткән брифингта ла республика халҡын төшкә тиклем, йәғни уҡыусыларҙың дистанцион дәрестәре ваҡытында, интернетта ултырмаҫҡа тырышырға саҡырҙылар.
Читайте нас: