– Әлбиттә, дистанцион уҡыу барышында билдәләр ҡуясаҡбыҙ. Тик уҡыуҙың беренсе аҙнаһында әлегә беҙ бөтә уҡытыусыларға ла ҡәнәғәтләнерлек булмаған баһаларҙан баш тартырға тәҡдим иттек. Йәғни алдағы аҙнала электрон журналда «икеле» һәм «өслө»ләр барлыҡҡа килмәйәсәк, «дүртле» һәм «бишле»гә генә уҡыясаҡбыҙ, – тине Айбулат Вәкил улы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дистанцион дәрестәр 30 минут дауам итәсәк. Башланғыс синыф уҡыусылары дүртәр дәрес уҡыһа, урта синыфтар – 6, X-XI синыфтар – 7 дәрескә тиклем.