Һәр төбәк эпидемиологик хәленән сығып, ил хөкүмәте менән килешеп, уҡытыуҙы артабан нисек ойоштороуҙы үҙе хәл итә ала. Ҡайҙалыр, бәлки, элекке режимға ла ҡайтырға мөмкиндер. Тик мотлаҡ санитар талаптарҙы үтәргә кәрәк буласаҡ. Мәҫәлән, бер кабинетта уҡыусылар һанын кәметеү, дәрестең оҙонлоғон ҡыҫҡартыу, төп иғтибарҙы яңы теманы аңлатыуға йүнәлтеү.
Үҙизоляция талап ителгән төбәктәрҙә дистанцион уҡытыуҙы дауам итеү кәңәш ителә, әлбиттә. I - VIII синыфтарҙа уҡыу йылын алданыраҡ тамамларға ла рөхсәт бар. Билдәләр алдағы сиректәргә һәм дистанцион формала үткән Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре һөҙөмтәләренә ҡарап ҡуйылырға тейеш. Быйыл үтеп бөтә алмаған программаны алдағы уҡыу йылына күсерергә мөмкин.