+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
10 Апрель 2020, 15:34

Туғыҙынсылар математика һәм урыҫ теленән генә һынау тотасаҡ

Туғыҙынсы синыф уҡыусылары мотлаҡ һаналған урыҫ теле һәм математика фәндәре буйынса ғына Төп дәүләт имтиханын тапшырасаҡ. Уларҙы үткәреү осоро һуңыраҡ хәбәр ителәсәк. Ә һайлау фәндәре буйынса һынауҙар уҙғарылмай.

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Анзор Музаев һүҙҙәренсә, коронавирус осоронда бындай үҙгәрештәр уҡыусыларҙың күплеге менән бәйле. Быйыл Рәсәй буйынса 1 миллион 400 мең туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Төп дәүләт имтиханын бирәсәк. Был һан, БДИ тапшырыусыларға ҡарағанда, ике тапҡырға артығыраҡ.
– Был күләмле имтихан. Фәндәрҙе икәүгә генә ҡалдырып, беҙ тапшырыусылар ағымын, көндәр һанын, имтихан үткәреү пункттарын да кәметәбеҙ, – тип тә өҫтәне ул.
Читайте нас: